Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Января 2023, 11:00

Тырнаҡ матурлайым, тип...

Бөгөн беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар тырнаҡ матурлығына уғата иғтибар итә шикелле. Кемеһенә ҡарама, оҙон тырнаҡ, өҫтәүенә төрлө төҫкә буялған, һүрәт төшөрөлгән. Йәштәргә был нисек тә килешһә, өлкәнерәк ханымда көлкөлөрәк тойола. Белгестәр гель-лакты киптереүсе лампаларҙың хәүефе тураһында иҫкәртә.

Тырнаҡ матурлайым, тип...Тырнаҡ матурлайым, тип...
Тырнаҡ матурлайым, тип...

Матурлыҡ ҡорбан талап итә, тигәндәре дөрөҫтөр ул. Нимә беҙҙе матурыраҡ итә, шул хәүефле була ла ҡуя.

Ысынмылыр-бушмылыр, баҡһаң, бер төркөм ғалим тикшеренеүҙәр уҙғарған да, лутсы гель-лакты киптереүсе лампаны ҡулланмаһындар, тип һығымта яһаған.

Ғалимдар кешеләрҙең һәм сысҡандарҙың тиреһенән., күҙәнәктәренән өлгө алып тәжрибә яһаған. Тере күҙәнәктәрҙе лампаның ультрафиолет нурҙары аҫтына ҡуйғандар. Һөҙөмтә ҡурҡыныс: 20 минутта күҙәнәктәрҙең – 30 проценты, бер сәғәттә 70 проценты үлгән. 

Яман шеш хәүефе булыуы ла ихтимал, тигәндәр.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас