"Мораҙым" гәзитендә яҙыуҙарынса, райондың Исем ауылы - беренсе, Сәлих ауылы икенсе урынға, ә Үрге Мөрсәләй махсус призға лайыҡ булғайны. Әле шул ауылдар вәкилдәре Бикбулатҡа килеп, быйылғы конкурсанттар менән осрашты.
Ниндәй мәсьәләләргә иғтибар итергә, нисегерәк эшләргә, ниндәй йүнәлештәрҙе йәнләндерергә - конкурстың нескәлектәре менән был юлды үтеүселәр ихласлап бүлеште.
Айыҡлыҡҡа табан ҙур аҙымдар яһаусыларға - уңыштар.
Сығанаҡ һәм фото: "Мораҙым" гәзите, А. Айытҡолова.