Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2023, 11:16

“Совет дәреслектәре”нә күсәләр...

Рәсәйҙең мәғрифәт министры Сергей Кравцов белдереүенсә, ҡайһы бер совет классиктарының әҫәрҙәре мәктәп программаһына ҡабаттан индереләсәк.

“Совет дәреслектәре”нә күсәләр...
“Совет дәреслектәре”нә күсәләр...

Мәҫәлән, Николай Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты?” романы, Алексей Толстойҙың “Рус характеры” хикәйәһе, Сергей Смирновтың “Брест ҡәлғәһе” повесы шул иҫәптә.

ФООП-ға (федераль төп белем биреү программалары) алдараҡ ”Йәш гвардия”, ”Тымыҡ Дон” кеүек әҫәрҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы проза һәм поэзия күп кенә индерелгәйне. Сиратта – совет осоронда ижад ителгән тағы бер нисә роман-повесть.

Өлкән быуын уҡыны, балалар ҙа уҡыһын әйҙә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: