Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2023, 11:43

Сираттағы гуманитар ылау әҙерләнә

Әбйәлил районында яҡташ яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләнә. Был турала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте.

Сираттағы гуманитар ылау әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ылау әҙерләнә

Һәр кем Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша, ти депутат.

Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының урындағы бүлексәһенә кейемгә тегеү өсөн бетеүҙәр, сәк-сәк, шифалы үләндәр, хәрбиҙәргә бөтә кәрәк-яраҡ килтерәләр.

"Барыһына ла рәхмәт, яугирҙар иҫән-һау ҡайтһын" - тип яҙа социаль селтәрҙә Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Сираттағы гуманитар ылау әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ылау әҙерләнә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: