Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Января 2023, 16:05

Медицинаны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә, медицинала коронавирустан һуң планға ярашлы сараларға, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереүгә ҡайтабыҙ, тип хәбәр итә.

Медицинаны үҫтереүгә ҙур иғтибар биреләМедицинаны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә
Медицинаны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә

. ✅Һуңғы өс йылда республикала 250 ФАП, 5 ауыл табип амбулаторияһы төҙөлдө һәм файҙаланыуға тапшырылды. Балалар өсөн Мәсәғүттә, Ҡырмыҫҡалыла, Баймаҡта - поликлиникалар, Оло Ыҡтамакта дауахана эшләй башлаясаҡ. Беренсел звеноның һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең табиптары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре РФ Президенты ҡарары буйынса эш хаҡына өҫтәмә түләү аласаҡ. ✅ Ауылда йәшәүсе яҡташтарыбыҙға 2025 йылға тиклем федераль программа сараларын тормошҡа ашырыуға 18 млрд һум аҡса бүленәсәк, шуның 10,5 млрд һумы - һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүгә. ✅Беҙҙә ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән онкологияны иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асыла. Яман шеш менән ауырыусы пациенттарға ярҙам күрһәтеүсе тағы ла 7 учреждениены кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин иттек. Үҙебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһының базаһын үҫтерәсәкбеҙ. Һүҙ импортҡа алмашҡа технологиялар, дарыуҙар, ҡорамалдар етештереү тураһында бара. «Фармстандарт-УфаВИТА» заводында гемофилияға ҡаршы препарат етештереү буйынса яңы цех асылды. Табипҡа яҙылғандан алып бөтә дауалау этаптарын һәм реабилитация үтеугә тиклем уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас