«АртАгро» компанияһы ауыл хужалығы ҡорамалдары етештерә, ул “Өфө” индустриаль паркы резиденты булараҡ, продукция төрөн арттырыу һәм һатыу географияһын киңәйтеү тураһында белдерҙе.
Башҡортостан етештереүсеһенең тауарҙары Рәсәйҙә лә киң ҡулланылышта. Шуға күрә, продукция ассортименты һанын күбәйтеү кәрәк тә. Әйткәндәй, «АртАгро» бер йылдан элегерәк кенә етештереүгә тотонған. Шул ваҡыттан алып, илебеҙҙең төрлө төбәге менән хеҙмәттәшлек итә. Хәҙер ауыл хужалығы ҡорамалдары Волгоград, Омск, Свердловск өлкәләренән тыш, Пенза, Воронеж, Һамар өлкәләренә лә, Татарстанға ла һатыла. Беҙҙең продукция сит ил тауарҙарына алмашҡа килә.