Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2023, 06:00

Иҫерек водитель арҡаһында әсәһе зыян күргән

Баймаҡ районында, Баймаҡ-Первомайское автомобиль юлының 15-се саҡрымында, Хәйбулла районынан 51 йәшлек ир "Шевроле Нива" машинаһында юлдан осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водителдең 73 йәшлек әсәһе йәрәхәтләнгән. 

Иҫерек водитель арҡаһында әсәһе зыян күргәнИҫерек водитель арҡаһында әсәһе зыян күргән
Иҫерек водитель арҡаһында әсәһе зыян күргән

Тикшереү күрһәтеүенсә, водителдең организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 1,783 мг алкоголь булған. Ир, авариянан һуң эстем, тип аңлата. Әле хәлде тикшереү бара.

Иҫерек водителдәр юлда бик ҙур хәүеф тыуҙыра. Уҙған ял көндәрендә генә республикала 130 (!) иҫерек водитель тотолған. 

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас