Ваҡиға урынына килеп еткән Росгвардия хеҙмәткәрҙәре, табышты тикшергәндән һуң, уның шартлатҡысы булмаған 82 миллиметрлы миномет минаһы икәнен асыҡлай. Уны артабан тикшереү өсөн тәфтиш-оператив төркөмгә юллайҙар.
Белгестәр, билдәһеҙ шартлатҡысҡа оҡшаған әйбергә юлыҡҡанда, снаряд, мина, граната тапҡанда үтә һаҡ булырға, табышҡа яҡынламаҫҡа һәм тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органына мөрәжәғәт итергә саҡыра.
Фото: Т. Аманов