25 ғинуарҙа төнөн был ир иҫерек килеш Орджоникидзе районында ихатала торған "ВАЗ-21099" автомобиленән аккумуляторҙы, буксир тросын, мультиметрҙы, ҡорамалдар йәшниген урлай. Күрше ихатала ул ҡарға күмелгән «Лада» машинаһын (14-се модель) күрә лә, уның ишеге бикләнмәгәс, урланған әйберҙәрҙе шунда индереп һалып тора һәм кәсебен дауам итә: Калинин урамында 12-се модель «Лада» автомобилен аса. Унан магнитола урлап, ултырғысҡа ут төртә. Машина ҡапыл гөлтләп янып киткәс, ҡурҡып, ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратып хәбәр итә, янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Шунан енәйәт урынынан ҡаса.
Әммә уны, алдан хөкөм ителгән бурҙы, эҙләп тапҡандар, ул үҙ ғәйебен таныған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.