+3 °С
Ямғыр
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2023, 21:00
Бәхетлемен, тиеп йәшә ерҙә!
Бәхетлемен, тиеп йәшә ерҙә, Бәхет бит ул тыныс таң атыу! Йән һөйгәнең менән ғүмер итеү, Үҙ балаңды үҙең яратыу! Бәхет эҙләп үрһәләнгән кеше Бәхеткәйен таба аламы? Шуның өсөн уттар-һыуҙар кисеп, Тамуҡ уттарында янамы?.. Миңә ҡалһа, ерҙә йәшәү бәхет - Тик шатлыҡтар менән таң атһын! Хәйерленән булһын килер көндәр, Әжерҙәрен яҙһын сауаптың! Иҫән-аман булһын яҡындарым, Ҡайғыларһыҙ ғүмер кисәйем! Үҙ аяҡтарымда ерҙән атлап, Иман менән генә китәйем... Көнсөл йәндәр, әйҙә, көнләшһендәр - Үҙем булып ҡалам һәр ваҡыт! Үҙ аҡылым, аныҡ маҡсат менән Йәшәр өсөн тыуҙым, йәм табып! Байлыҡ, тиеп күҙем тондормайым - Донъя малы илтмәй йүнлегә! Үҙ көнөмдө үҙем күрһәм ине, Ҡалдырмаһын кеше көнлөгә... Мин йәшәйем икән, тимәк, бәхетлемен, Балаларым иҫән-һау булһын! Иманымдан берүк айырмаһын, Рухи донъям бәхеткә тулһын! Һәр көн һайын тыныс таң тыуһын! Мотал Рәмов.
Бәхетлемен, тиеп йәшә ерҙә!
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас: