Ошо көндәрҙә Нуриман районының үҙәкләштерелгән клуб системаһының автоклубы Урман, Сураш, Уянкүл, Һатлыҡ ауылдарында булған.
Әйткәндәй, районға автоклуб “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса республикала тәүгеләрҙән булып, 2020 йылдың яҙында уҡ алынған.
Дөйөм алғанда, автоклубтар Рәсәйҙә 2019 йылдан барлыҡҡа килде. Йыл һайын милли проект буйынса 100-ләп алына. Әле ил буйлап, «КамАЗ», «ГАЗон Next», «Газель» автомобилдәре шассиһында 300-ҙән ашыу автоклуб йөрөй.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.