Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2023, 12:04

500 яңы эш урыны тәҡдим ителә

Тиҙҙән асыласаҡ ҙур предприятиеларға эшселәр ҡабул ителә. БР Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ "Алға" айырым иҡтисад зонаһындағы "Фабрика ЗАСПОРТ" һәм "Өфө" индустриаль паркында урынлашҡан "Амкодор-Ағиҙел" йәмғиәттәре тураһында бара.

Улар икеһе лә февралдә асыласаҡ. Эшкә ҡабул итеү 2 февралдә башлана. Эшкә рәсми рәүештә, Хеҙмәт кодексына ярашлы урынлаштырасаҡтар.

Республиканың мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә. "Амкодор-Ағиҙел" өсөн Өфө ҡалаһында Тыныслыҡ урамы, 37А йортта белешергә була.

Бынан тыш, Өфө, Благовещен, Архангел, Благовар, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Шишмә райондары халҡы урындағы мәшғүллек үҙәктәрендә әңгәмәләшеүҙә ҡатнаша ала. 

"Фабрика ЗАСПОРТ" өсөн Ишембайҙың Йәштәр һарайына килергә (Геологик урам, 16). Онлайн мөмкинлек тә буласаҡ.

Барлығы 500 самаһы эш урыны тәҡдим ителә.

Спорт йүнәлешендәге кейем тегеү предприятиеһына, мәҫәлән, бухгалтер, бүлек начальнигы, системный администратор, технолог, конструктор, дизайнер, баш механик, баш энергетик, зав.склад; оператор швейного оборудования, настильщик, раскройщик, закройщик, комплектовщик; дворник, водитель категории С, Д, плотник, сантехник, электрик талап ителә.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: