Белоретта йәшәгән 35 йәшлек ир "Форд Фокус" машинаһында туҡталҡанан артҡы яғы менән сығып барғанда 74 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәйәүле төрлө йәрәхәт алып, дауаханаға оҙатылған. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.
Шәмбе көнө рейд барышында 45 иҫерек водитель тотолған. Бөтәһе 1,3 меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған. Шул иҫәптән, 12 кеше водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән килеш транспорт сараһы менән идара иткән, 20 водителдең бөтөнләй танытмаһы булмаған, 12 ата-әсә балаларҙы машинала йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.