Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2023, 16:56

Һыу дөрөҫ аҡмай...

Белгестәр быйыл яҙ һәм йәй тәбиғәт аномалияларының йыш буласағын фаразлай.Һыу мөхитен мониторингылау буйынса халыҡ-ара консорциумда бер төркөм климатолог көн торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә сәбәпсе булған факторҙарҙы атаған.

Һыу дөрөҫ аҡмай...
Һыу дөрөҫ аҡмай...

Австралия, Австрия, Нидерланды һәм Сәғүд Ғәрәбстаны ғалимдары аңлатыуынса, һыу беҙҙең планетаға ныҡ йоғонто яһай. Ә һуңғы ваҡытта тәбиғи аномалияларҙың күбәйеүенә һыу ағымы, теүәлерәге уның боҙолоуы тәьҫир итә.

Тикшеренеүселәр юлдаштар (спутник) мәғлүмәттәренә, төрлө илдәрҙең метеостанциялары, көн торошон фаразлау моделдәре яҙмаларына таяна.

Глобаль климат донъяла һыу циркуляцияһына бәйле. Иң ҙур океаныбыҙ – Тымыҡ океанда феноменаль ағымдар ҙа теркәлгән. Уларҙың береһе Эль-Ниньо (испансанан – малай), икенсеһе – Ла-Ниньо (ҡыҙыҡай). Береһе – һыуыҡ, береһе – йылы. Ана шул ағымдар хәҙер үҙгәрә бара икән. Шул арҡала донъя океанында ла һыу температураһы үҙгәрә, аномаль тәбиғәт күренештәре теркәлә, был материктарға ла йоғонто яһай. Мәҫәлән, Һинд океанында аномаль йылы һыуҙар барлыҡҡа килгән дә, Көньяҡ Азияла – көслө йылы тулҡындар, Пакстанда, Австралияла ташҡындар, муссон ямғырҙары булған. Ҡытайҙа йәй көнө самаһыҙ эҫе теркәлгән, ә ике Америкала ла ҡоролоҡ күҙәтелгән, Атлантикала ҡойондар ҡупҡан. Беҙҙең илдә лә үткән йәй урыны менән ҡоролоҡ, самаһыҙ эҫе булды. Хәйер, ҡоролоҡ Башҡортостандың да айырым төбәктәрен һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡына йонсотто инде.

Был яҙҙа һәм йәйҙә лә көслө ташҡын, эҫе булыуы фаразлана.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: