Бөгөн көндөҙ Өфөнөң Кисловодск урамында ике йорт янып киткән. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары эшләй. Йорттар үтә тығыҙ ултырғас, башҡа өйҙәргә лә ут таралыу хәүефе янай. Янғынды һүндереүгә 25 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән. Әлегә бер кешенең уттан зыян күреүе билдәле.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Уҙған тәүлектә 6 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың бишәүһе торлаҡ секторында булған.
Фото: МЧС РБ.