- Водителдәргә насар һауа шарттарында айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш итәм, - тип яҙа ул. - Мөмкин булғанса, алыҫ юлға сыҡмаҫҡа. Бындай һауа торошо шарттарында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автомобилселәргә төбәк һәм федераль трассаларҙа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Юлдарҙа ҡатмарлы хәл килеп тыуған осраҡта, бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар тәүлек әйләнәһенә Дәүләт автоинспекцияһы подразделениеларына мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәткәрҙәр һәр яҡлап ярҙам итергә тырышасаҡ.
Юлда ҡыумағыҙ, киҫкен маневрҙар яһамағыҙ, дистанция тотоғоҙ! Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктереп йөрөгөҙ.
Фото: БР ЮХХДИ.