Һуғыш бара...
Тыныс ҡына йәшәп ятҡан мәлдә,Яуыз дошман ҡорҙо хәйлә.Ирҙәребеҙ, балағыналарыбыҙ яуға китте,Гонахтарыбыҙ күбәйеп киттеме әллә?Күпме батыр, ҡыйыу улдар әрәм булды...Үтте улар фажиғале, утлы юлды.Ғәзиз балаҡайғынаһын юғалтып,Күпме әсә илап-һыҡтап, өнһөҙ ҡалды...Ҡара янды сараһыҙҙан сал атайҙар,Башын баҫып уйға ҡалды олатайҙар.Ҡыҫып тотоп йөрәктәрен устарына,Иҫән булһын ,балам, тиеп Тәңреһенән һорайҙар.Туҡтатығыҙ, зинһар, был һуғышты!Төн йоҡламай, әсәләрҙе һағыш баҫты.Доғаларҙы ҡабул итсе, эй Хоҙайым,Әйләнде бит донъябыҙҙың аҫты-өҫтө.Лилиә Әхмәт ҡыҙы.