Кино экранға сығыу менән бик популяр булып китте, касса йыйымы көтөлмәгәнсә ҙур, әле һаман уңышлы бара. Шуға ла баҙарҙар (сауҙа үҙәктәре) төп геройҙы һынландырған уйынсыҡтар менән тулған, имеш. Ул чебурашкаларҙың күбеһе Ҡытайҙан килгән насар сифатлы уйынсыҡтар. Ҡулланыусылар ҡәнәғәтһеҙлек белдерә икән. “Роскачество” белгестәре ата-әсәләрҙән, уйынсыҡ тиҙ туҙа, насар еҫле, химия аңҡып тора, боҙоҡ, етмәһә, ҡыйбат, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткән. Хәҙер Чебурашка уйынсығы менән һатыу иткән магазиндарҙың, айырым кешеләрҙең документацияһын тикшерәләр.
Уйынсыҡты алғанда иғтибарлы булығыҙ! Уның зарарлы матдәләрҙән яһалыуы ихтимал, тип иҫкәртә белгестәр.