Улар кураторҙары Илһам Айса улы Нурдәүләтов менән берлектә маскировкалау селтәре бәйләне һәм хәрбиҙәргә изге теләктәр менән хаттар яҙҙы. Ә акцияла ҡатнашырға ҙур теләк белдергән әүҙем ата-әсәләр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, тәм-том, сәй, киптерелгән емеш-еләк, һабын-маҙар һәм йылы кейем йыйып, ҡумталарға тултырып, тәғәйенләнгән ебәреү урынына алып барып та ҡуйҙы.
Был посылкалар менән батыр һалдаттарыбыҙға беҙҙең шайморатовсыларҙың һәм ата-әсәләрҙең йөрәк йылыһы, изге теләктәре барып етер тип ышанабыҙ.
Беҙ ғәзиз һалдаттарыбыҙҙың еңеү менән имен – һау тиҙерәк өйгә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Улар менән ғорурланабыҙ, яратабыҙ һәм көтәбеҙ.