-13 °С
Болотло
Былтыр донъяла 67 киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре үлтерелгән. Был, 2018 йылдан алып, иң ҙур күрһәткес.
Журналистар 2022 йылда Латин Америкаһында бигерәк күп үлгән – һөнәри бурысын башҡарғанда 30 кешенең ғүмере ҡыйылған. Йәнә 15-е Украинала үлгән, 13-ө – Мексикала, 7-әүе Гаитиҙа.
Журналистарҙы үлтереүҙең иң таралған сәбәбе уларҙың репортаждарына бәйле. Шулай уҡ ҡан ҡойош барған ерҙә эшләүселәр ҙә күп үлә.
Ҡайһы бер сығанаҡтар киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре һөнәрен иң хәүефлеләр рәтенә лә индерә.