Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2023, 11:10

Шыршыны һаман сығармаған булһағыҙ

Был ялдарҙа ла Өфөлә "Шыршыны юнысҡыға-тапҡа" экология акцияһы үтәсәк. Унда үтеп киткән Яңы йыл байрамы һылыуҡайын эшкәртеүгә тапшырырға була.

Шыршыны һаман сығармаған булһағыҙ
Шыршыны һаман сығармаған булһағыҙ

Акцияла йыйылған ылыҫлы ағастар заводта юнысҡы-тапҡа ботарланып унан ОСП-маҙар, ДВП-ДСП, МДФ етешереләсәк.

Махсус мультилифт контейнерҙары түбәндәге адрестарҙа ҡуйыласаҡ:

- Магистраль урамы, 2А,

- Столяров ур., 2,

- Мушников ур., 11,

- Гвардия ур., 58/1,

- Һынаусылар ур., 21,

- Кувыкин ур., 16 (сауҙа комплексы янында),

- Гагарин ур., 10/2,

- Королёв ур., 17,

- «Башкирия» сауҙа үҙәге янындағы скверҙа,

- Колхоз баҙары,

- Менделеев ур.,

- 171, Ленин ур., 87.

Шыршыларҙы ТКО контейнерына ташлау тыйылған. Эшкәртеүгә улар уйынсыҡ-мишураһыҙ, таяуһыҙ, шыптырһыҙ ҡабул ителә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: