-1 °С
Ҡар
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2023, 21:00
НИ КӨТӨРГӘ ҺИНӘН,ИРТӘНГҼ КӨН?
Эй болғана донъя, даръя кеүек,Упҡындары йота халыҡты,Ҡармаҡламай берәм-һәрәм итеп,Һөҙөп ала, гүйә, балыҡты...Ауырыуы ҡырҙы йөҙләп, меңләп...Юлда ҡырылылар көн һайын...Ут-ялҡында янып-көйгәндәр бар,Көн дә берәү кәмей өй һайын...Бәҫе китеп бара донъяларҙың,Ни көтәһең уғры замандан,Күпме шатлыҡтарҙы урланы ул,Бәхеттәрҙе урлай һаман да.Һуғыштан һуң тыуған быуынға лаҺуғыш еле килеп ҡағылды,Кәләш һөйөп, бала бағыр саҡтаИр-егеттәр яуға ағылды...Ваҡыт үҙе урынына ҡуйыр,Баһаһын да бирер. Тик аҙаҡ...Ерҙең ҡуйынына иртә ингәнУлдар ҡәберен күреү мең ғазап..."Айырылғанды - айыу, бүленгәнде-Бүре ашар" заман ошомо?Шаһит киткәндәрҙең ғәзиз йәнеОжмахтағы йәннәт ҡошомо?Тынғы табырҙармы улар йәне, Ни тип өндәшерҙәр төштәрҙә? Йәнде уйҙар баҫһа ауыр икән,Бөтә икән аҡтыҡ көстәр ҙә... Һәр дәүерҙең үҙе талаптары, Һорап тормай һинән теләкте. Ҡоро намыҫ, ҡайсаҡ, битте йырта, Тешләп кенә булмай терһәкте. Ашмаҫ хыял менән үкенестәрОҙаҡ наһырҙарҙы теләсәк... Ни көтөргә һинән, иртәнге көн? Ни көтөргә һинән, киләсәк?... Әнисә Махийәнова-Галина.
НИ КӨТӨРГӘ ҺИНӘН,ИРТӘНГҼ КӨН?
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся