-2 °С
Болотло
Заманында атаҡлы Фәйзи Ғәскәров етәкселеге аҫтында бейеү серҙәренә төшөнгән тракторсы Салауат ағай ғүмер буйы данлы "Ләйсән" халыҡ бейеү ансамблендә бейене. Ә ҡулынан гармун төшмәне. Талантлы хеҙмәт кешеһенең тормош иптәше Сәрүәрә апай ҙа сәнғәткә ғашиҡ. Тиҫтәләрсә йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған фельдшер апай йырсы булып танылды, әле лә "Йәйғор" фольклор ансамблен етәкләп, йыр-моңдан өҙөлмәй. Бәхеткә күмелеп йәшәһен матур кешеләр!
Фото: автор.