Иң баштан ҡатын кешегә билдәһеҙ ҡыҙ шылтыратҡан һәм үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләйем тип таныштырып, һеҙгә ҡарата дәүләт хыянаты буйы енәйәт эше асылған тип әйткән.
Артабан әңгәмәгә икенсе ведомствонан кеше ҡушылған һәм килеп тыуған хәлде тикшерергә вәғәҙәләгән. Ул шунан был ситуация "үтә ныҡ йәшерен" грифы аҫтында юғары вазифалы кешеләр тикшереүендә тотола тигән. Аҙаҡтан баҙап ҡалған ҡатынға аферистар, был хәл һәм шылтыратыу тураһында бер кемгә лә, хатта иргә лә һөйләмәҫкә ҡушҡандар, юғиһә төрмә тип ҡурҡытҡандар. Ә ғәйепләнеүсе, йәнәһе, үҙенең иҫәбенән беҙгә дуҫ түгел илдәге террор ойошмаһына үҙенең иҫәбенән аҡса ебәргән.
Һөйләшеүгә "банк хеҙмәткәре" ҡушылған һәм һеҙҙең исемдән мутлашыусылар эшләгән тигән һәм ҡалған аҡсалар юҡҡа сыҡмаһын өсөн уларҙы сисеп, хәүефһеҙ иҫәпкә һалырға кәрәк тигән.
Ялған банк хеҙмәткәре тимерҙе ҡыҙыуында һуҡҡан. Ул ҡатынға такси саҡыртып, тиҙ генә барып яңы телефон һәм сим-карта алырға ҡушҡан. Йәнәһе лә мәғлүмәт башҡаларға билдәле булмаһын. Аҙаҡтан ҡатынҡай инструкция буйынса аферистарға аҡсаны күсергән.
Зыян күреүсе бер аҙҙан түҙмәгән һәм барыһы тураһында иренә һөйләгән. Ҡурҡыуы шул тиклем көслө булған, ахыры - ир ҡатынының һүҙенә ышанған һәм махсус урынға күсереп, аҡсаһын "һаҡлауға" һалған. Был эштә теге ялған банк хеҙмәткәре ҡатнашҡан, өҫтәүенә ул ирле-ҡатынлыға кредит алырға ҡушҡан. Йәнәһе улар быны эшләмәһә, ҡара уйлы әҙәмдәр улар исеменән аҡсаны аласаҡ.
Был икәү тамам баҙап ҡалып, тәүҙә машиналарын, аҙаҡ фатирҙарын залог итеп займ алған һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәп"кә ебәргән. Һәр транзакция һуңында "банк хеҙмәткәре" ғаиләгә аҡса килде тигән документ күрһәткән.
Тик бер аҙҙан банктарҙан түләүҙәрҙе һуңлатыу тураһында ҡағыҙҙар килә башлағас, ирле-ҡатынлы үҙҙәренең мутлашыусылар ҡулына эләгеүен аңлаған. Дөйөм зыян 18,3 млн һумдан ашҡан.