Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2023, 17:30

Ҡамырҙы пластик шешәгә һалып торһаң...

Йомшаҡ, тәмле, шул уҡ ваҡытта кетерҙәк ризыҡ ашаясаҡһығыҙ.

Ҡамырҙы пластик шешәгә һалып торһаң...
Ҡамырҙы пластик шешәгә һалып торһаң...

Рецепт: 200 мл йылы һөткә сиратлап 50 мл йылы һыу, 0,8 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 15 г ҡоро сүпрә ҡушырға ла, яҡшылап болғарға. Артабан 350 – 400 г он өҫтәп, ҡул менән бутарға. Шунан 1 ҡалаҡ аҡ май һалып, ҡамыр баҫырға. Уға 1 балғалаҡ 9 процентлы уксус өҫтәргә. Ҡамырҙы яҡшылап баҫҡас, уртаға бүленгән (өҫтө алынған) пластик шешәнең (1,5 л һауыт) эсен майлап, шунда һалырға һәм өҫтө менән ябырға. Ни бары биш минутҡа ҡуйып торорға. Ҡамыр ҡабарасаҡ.

Һуңынан ҡамырҙы тағы бер аҙ баҫып, ҡул менән йәйергә һәм арыу ғына итеп аҡ май һыларға. Дүрткелерәк хәлгә килтереп, баҫҡылағас, ҡамырҙы өскә бөкләргә (оҙонса килеп сыға). Һәм сама менән 10х2 – 2,5 см итеп киҫергә. Пончик рәүешле түңәрәктәр яһарға (формаһын үҙегеҙ һайлағыҙ). Табаға 10 минутҡа һалып торорға. Һәм бер йомортҡа һарыһы һөртөп, 180 градус эҫелектәге духовкаға ултыртырға. 15 – 20 минутта бешеп сыға.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: