Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2023, 11:15

Юл фажиғәләре - 26 ғинуар

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун ике автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм ун ике кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1500-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 20 иҫерек водитель тотолған (ике кеше икенсегә тотола).

Юл фажиғәләре - 26 ғинуар
Юл фажиғәләре - 26 ғинуар

Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 16-сы саҡрымында, Силәбе өлкәһенән 30 йәшлек ир "Лада Ларгус" автомобилендә "Скания" фураһына барып бәрелгән (йөк автомобиле һулға боролор өсөн туҡтап торған). Шунан "Лада" ҡаршы һыҙатҡа сығып, унда "Рено Дастер" менән бәрелешкән. Ваҡиға һөҙөмтәһендә "Лада" водителе алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Дистанция һаҡламау ошондай ҡурҡыныс фажиғәләргә килтерә...

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: