- Күстәнәстәр имен-һау барып етеп, ризыҡтарына яҙһын инде, - тип яҙа Фәниә Лоҡманова. - Бисмиллалап, изге доғалар менән һалынған күстәнәстәребеҙ ир-егеттәребеҙҙең именлегенә, мағанаһеҙ һуғыштың туктауына ишара булһа ине. Ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарына, инвалидтар ойошмаһына, ветерандар советы ойошмаһына, ағинәйҙәр ойошмаһына, шулай уҡ битараф булмаған ауылым уңғандарына рәхмәт. Ил-йорттарыбыҙ тиҙерәк тынысланһын. Ил башлыҡтарыбыҙҙың кәңәштәре берегеп, татыулыҡҡа юл алһын, Алла бойорһа. Түгелмәһен ата-әсәнең күҙ йәше.
Амин!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.