Йәйәүлеләр үткәүелендә 385 юл ваҡиғаһында 17 кеше һәләк булған һәм 388 кеше йәрәхәтләнгән.
389 юл-транспорт ваҡиғаһы тәүлектең ҡараңғы ваҡытында теркәлеп, 63 кеше һәләк булған һәм 337 кеше йәрәхәтләнгән. Шуларҙың 381 осрағында йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмаған.
Йыш ҡына кешеләр билдәләнмәгән урындарҙа юл аша сығып, ҡапыл транспорт алдында пайҙә булып, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланыуҙы һанға һуҡмай, үҙҙәрен һәм башҡа кешеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуя.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы бөгөнгө көндән алып аварияларҙы иҫкәртеү маҡсатында "Йәйәүле" профилактик сараһын башлай, ул ай аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Фото: БР ЮХХДИ.