Йәшел сәйҙә ҡара сәйгә ҡарағанда витаминдар күберәк, айырыуса С витамины, шулай уҡ фтор, калий, баҡыр, йод, цинк кеүек минераль матдәләр бар.
Был файҙалы эсемлек майҙарҙың тарҡалыу процесын тиҙләтә, ҡан тамырҙарында холестериндың йыйылыуына тотҡарлыҡ яһай. Шуға күрә уны йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, шул иҫәптән атеросклерозды, йөрәк ишемияһын, гипертонияны булдырмау маҡсатында ҡулланырға мөмкин.
Бынан тыш, ул организмдан радиоактив матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә. Ә инде йәшел сәйҙе гөлйемеш, миләш һәм бал менән ҡушып эскәндә, һөҙөмтә бер нисә тапҡырға артыр.
Өҫтәүенә, йәшел сәй ҡан баҫымын артыҡ күтәрмәй. Шуға күрә лә гипертониктарға тап уны эсергә кәңәш ителә.
Халыҡ медицинаһында йәшел сәйҙе ниндәй ауырыуҙарға ҡаршы нисек ҡулланырға тәҡдим итәләр һуң?
*Атеросклероздан, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуынан.
Эмалле кәстрүлгә бер стакан гөлйемеш һәм бер ҡалаҡ йәшел сәй һалып, бер литр һыу ҡойоғоҙ ҙа талғын утта ҡайнап сыҡҡандан һуң, биш минут тотоғоҙ. 20 минут төнәткәндән һуң, бал ҡушып сәй урынына эсергә мөмкин.
*Һалҡын тейгәндә. Бер стакан йәшел сәйгә бер ҡалаҡ коньяк йәиһә араҡы ҡушып эсергә була.
*Тымауҙан. Бер балғалаҡ йәшел сәйгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Төнәтмәне йылы килеш резина грушаға алып, танау тишектәрен алмашлап сайҡатырға кәрәк. Был процедураны көнөнә алты тапҡыр ҡабатларға.
*Ангинанан. 2 балғалаҡ ҡоро йәшел сәйгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Сәй бер аҙ һыуынғас, тамаҡты сайҡатырға кәрәк.
*Хәлһеҙлектән, тиҙ арып барыуҙан. Бер стакан һалҡын йәшел сәйгә бер ҡалаҡ ҡайнап һыуытылған һөт ҡушып, яҡшы итеп болғатырға һәм ашарҙан 30 – 40 минут алда эсергә.
*Теш һыҙлағанда. Ҡуйы итеп бешерелгән йылы йәшел сәйгә ике һарымһаҡ өлөшөн ваҡлап һалып, шуның менән ауыҙҙы сайҡатырға.
*Күҙгә арпа сыҡҡанда. Бер балғалаҡ сәйгә ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут төнәтергә. Һуңынан мамыҡты шунда манып алып, ауыртҡан урынға ҡуйырға. Процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға.