-2 °С
Ҡар
Ике литр һөттө кәстрүл ситенә ҡыуыҡтар сыға башлағансы ҡайнатырға (тимәк, саҡ ҡына ҡайнатып еткермәҫкә). Газда ултырған көйө уға йылытылған бер литр кефирҙы әкренләп кенә, кәстрүл ситенә генә, ҡойоп ҡушырға. Болғатмаҫҡа. Ҡайнай башлағас, һүндерергә һәм 30 минутҡа ултыртып торорға.
Буласаҡ сырҙы һөҙөп алып, иләккә һалырға һәм һарҡып бөткәс, формаға һалып, баҫтырып ҡуйырға. 2 – 3 сәғәт ултырһын.
Һәм, рәхим итегеҙ, адыгей сырына оҡшаш ризыҡ килеп сыға, ти эшләп ҡараусылар.