Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2023, 12:15

Стәрлетамаҡтан бер ир терроризм акттары тураһында ялған хәбәрҙәр таратыуҙа ғәйепләнә

Уҙған йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф учреждениеларының береһенең электрон почта йәшнигенә янауҙар менән дүрт хат килгән. Һәр хәбәрҙе тикшереү өсөн мәктәпкә полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп, янауҙарҙың буш булыуын асыҡлаған.

Стәрлетамаҡтан бер ир терроризм акттары тураһында ялған хәбәрҙәр таратыуҙа ғәйепләнә
Стәрлетамаҡтан бер ир терроризм акттары тураһында ялған хәбәрҙәр таратыуҙа ғәйепләнә

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Экстремизмға ҡаршы тороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре хаттарҙың авторын эҙләп тапҡан. Ул ошо уҡ мәктәптең ашханаһында эшләгән 25 йәшлек ир (Стәрлетамаҡ районынан). Ул үҙенең ғәйебен таныған, шаярырға маташтым, тип ҡылығын аңлатҡан. Уға ҡарата енәйәт эше асылған - РФ Енәйәт кодексының 207-се статьяһы өс йылдан биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. 

Тикшереү барышында был иргә суд-психологик экспертиза үткәреләсәк. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе бер ҡайҙа ла китмәү тураһында ҡултамға биргән. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән Эльвина Богданова хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: