1 февралдән 15 мартҡа тиклем Президент гранттары фонды Президент гранттары фонды социаль йүнәлшетәге коммерция булмаған ойошмаларҙан 2023 йылда граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Рәсәй Президенты грантын тапшырыуға икенсе конкурсҡа ғаризалар ҡабул итә. Ғаризалар президентскиегранты.рф сайтында электрон вариантта ҡабул ителә, ә еңеүселәр июндә билдәләнәсәк.
Конкурста ғаризалар ҡабул итеү тамамланыуға бер йыл элек , ә 500000 һумға тиклемге грантҡа ярты йыл элек теркәлгән ойошмалар ҡатнаша ала.
Ғаризалар 11 йүнәлеш буйынса ҡабул ителә:
- социаль хеҙмәтләндереү, граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү һәм яҡлау;
- граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау;
- ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау;
- йәштәр проекттарына ярҙам күрһәтеү;
- фән, мәғариф өлкәһендәге проекттарға ярҙам күрһәтеү;
- тарихи хәтерҙе һаҡлау;
- граждандарҙың хоҡуғын һәм иркен, шул иҫәптән иркенән мәхрүм ителгәндәрҙең хоҡуғын яҡлау;
- тирә-яҡ мөхитте һәм хайуандарҙы һаҡлау;
- милләт-ара һәм дин-ара килешеүҙе нығытыу;
- ижтимағи дипломатияны үҫтереү һәм ватандаштарыбыҙҙы яҡлау;
- граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү.