Оператив-эҙләү саралары барышында мутлыҡта ғәйепләнеүселәр тотолған.
Алдан хөкөм ителгән 32 йәшлек ир Иглин районынан, ә 17 йәшлек егет - Өфөнән.
Иргә "еңел эште" социаль платформаларҙың береһендә тәҡдим иткәндәр. Өҫтәмә аҡса сығанағы табылыуына ҡыуанып, ул эшкә тотонған - курьер вакансияһына кешеләр эҙләп табыу менән шөғөлләнгән. 17 йәшлек егетте лә ул тапҡан. Ололарҙан алған аҡсаның күпмелер процентын үҙҙәрендә ҡалдырып, ҡалғанын "эш биреүсегә" ебәргәндәр.
Был ике намыҫһыҙға ҡарата енәйәт эше асылған. Ир - һаҡ аҫтында, ә йәш егет бер ҡайҙа ла китмәү тураһында ҡултамға ҡуйған.
Мутлыҡтар буйынса тикшереү эше дауам итә (уларҙың ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәргә ҡағылышы тикшерелә).
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.