Әҙәм балаһы нисек кенә бәхетле, һау- сәләмәт, матур ғүмер итмәһен, был йәшәүҙең аҙағы бар.Үлем сәғәте яҡынлашҡас, һәр кеше күҙ күреме алыҫлығында үлем фәрештәһен күрер. Әгәр кеше иманлы, ғүмерен изге ғәмәлдәр ҡылып үткәргән булһа, уға фәрештә аҡ йөҙлө булып күренер, Улар аҡ кәфенлек тотоп торорҙар. Әхирәткә күсәсәк кешенең йәне сыҡҡас, кәфенлеккә төрөп, ете ҡат күккә күтәрерҙәр. Аллаға иман килтермәй йәшәгәндәр өсөн ул оҙаҡ ҡына күк ишектәре асылмаҫ, ләхеткә индерелгәнсе тәне өҫтөндә көтөп торор.
Әҙәм балаһын ҡәбергә һалып, ерләүсе кешеләр 40 аҙым атлағас, ике фәрештә – Мөнкир менән Нәкир килеп һорау ала башларҙар. Шунан ҡәбер ғазаптары башланыр.
Раббыбыҙ Әхирәт донъяһындағы ауырлыҡтарҙан һаҡлаһын өсөн өсөн һәр саҡ доғала булайыҡ. Тәнебеҙҙән һаулыҡ, ҡулыбыҙҙан байлыҡ киткәндә генә түгел, мул тормошта йәшәгәндә лә үлемде иҫкә алайыҡ. Ҡиәмәт көнө килгәнсе һәр кеше үҙенә хисап яһаһын, үлгәндән һуң мине ни көтә, тип үҙенә һорау бирһен. Барыбыҙ ҙа – батшаһы ла, ҡоло ла, ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе йыйып, Хоҙай хозурына ҡайтасаҡ кешеләр беҙ.