Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2023, 12:35

Эт кешене атып үлтергән...

Шулай ҙа булып ҡуя икән ҡайһы саҡта. Сәйер фажиғә...

Эт кешене атып үлтергән...
Эт кешене атып үлтергән...

Төмән өлкәһенең Тубыл районында үткән октябрҙә булған хәл. Әле шуның буйынса тәүге суд ултырышы буласаҡ.

Ике ир күлгә балыҡ тоторға бара. Эльмар тигәне һунар мылтығын сана өҫтөнә һалып ҡуя. Ҡорал ҡоролған, әммә предохранителгә ҡуйылмаған була. Ирҙәр үҙҙәре менән ике һунар этен дә алған. Ана шуларҙың береһе яңылыш мылтыҡҡа баҫа ла, ҡорал атыла һәм Маннурҙың арҡаһына тейә. Ир шунда ҡан юғалтыуҙан һәм травматик шоктан үлә.

Һөҙөмтәлә нимә? Этте хөкөм итергәме? Эльмарға ҡарата енәйәт эше асылған. Тәфтишселәр аңлатыуынса, ир ҡорал ҡулланыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған.

Был фажиғәгә бәйле тәүге суд ултырышы 6 февралгә билдәләнгән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: