"Шулай уҡ байрамға әлеге ваҡытта Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Замир Юнысбаевтың әсәһе Рәйлә Әхмәтсафа ҡыҙы саҡырылды. Ул үҙенең күңелен баҫыр өсөн ҡул эштәре менән шөғөлләнә: бейәләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләй. Доньялар именлеге, егеттәрҙең имен - һау йөрөп ҡайтыуын теләп Нурзилә апай Ғәлина доға уҡыны", тип һөйләй ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Лена Алсынбаева.
Байрам күңелле үтте, һәр кем үҙенең быймаларын нимәләр менән нисек биҙәүе менән таныштырҙы. Командалар араһында бик сәмле уйын булды.