Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2023, 14:15

Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов төбәктең иң хәүефле юлдарын атаны

2022 йыл йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһы барышында ведомство етәксеһе уҙған йылда аварияларҙың мөһим күрһәткестәренең, йәғни юл-транспорт ваҡиғалары һанының 11 процентҡа, юлдарҙа үлем осраҡтарының 15 процентҡа һәм йәрәхәттәр һанының 11,1 процентҡа кәмеүен билдәләне. 

Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов төбәктең иң хәүефле юлдарын атаны
Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов төбәктең иң хәүефле юлдарын атаны

Республика юлдарында былтыр өс меңдән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 409 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 14 бала, дүрт меңдән ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Юл фажиғәләрендә үлем осраҡтарына килгәндә, республиканың ҡайһы бер юлдарында айырыуса күп кеше һәләк булған. Антирекордсы булып "Өфө-Бөрө-Яңауыл" автомобиль юлы танылған, унда юл-транспорт ваҡиғаларында 20 кешенең ғүмере өҙөлгән, артабан "Өфө-Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә" автоюлы килә - унда 13 кеше һәләк булған, өсөнсө урында 12 кешенең ғүмере ҡыйылған  "Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы" автомобиль юлы.

Дөйөм алғанда хәүефле күрһәткестәр һаны кәмеһә, Нефтекама ҡалаһы, Благовар, Ҡариҙел, Саҡмағош райондары биләмәләрендә аварияларҙың төп күрһәткестәре һанының артыуы билдәләнгән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: