Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар , 14:09

Башҡортостандың район башлығы – СВО яугирҙарының ял бүлмәһе тураһында

Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов махсус хәрби операция биләмәһендә булып ҡайтҡан.

Башҡортостандың район башлығы – СВО яугирҙарының ял бүлмәһе тураһында
Башҡортостандың район башлығы – СВО яугирҙарының ял бүлмәһе тураһында

Етәксе яҡташтарының хәлен белергә барған һәм бер блиндаждан видеояҙма ла һалған.

Артур Зарипов социаль селтәрҙә былай тип һөйләй:  “Барыһына ла шарттар бер үк түгел, әлбиттә. Яугирҙар быны иң яҡшы блиндаждарҙың береһе, ти. Шул һоҡландыра: беҙҙең егеттәр хатта еңел булмаған шарттарҙа ла өй йылыһы булдырырға тырыша. Бында бөтә кәрәк-яраҡ бар: яҡтылыҡ, мейес, буш саҡта телевизор ҡарарға ла була. Беҙҙең ауыл егеттәренең ҡулдары алтын, бер ерҙә лә юғалып ҡалмаясаҡтар!”

Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, ул ошонда бер төн үткәргән.

Иҫән-һау ҡайтығыҙ, яҡташтар!

Фото: видеонан скриншот (Артур Зарипов (vk.com))

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в