Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2023, 16:51

Башҡортостанда ит малсылығы буйынса инвестиция проекты сиктәрендә һуғым цехы асылды

Һыйыр итен етештереү буйынса ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Борай районында һуғым цехы асылған. Уның ҡеүәте йылына 3,5 мең баш мал.

Башҡортостанда ит малсылығы буйынса инвестиция проекты сиктәрендә һуғым цехы асылды
Башҡортостанда ит малсылығы буйынса инвестиция проекты сиктәрендә һуғым цехы асылды

- Бөгөн республикала ит малсылығы буйынса дөйөм суммаһы 2,3 миллиард һумдан ашыу торған биш инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов цехты асыу тантанаһында. - Һыйыр итен етештереү бөгөн тармаҡта иң перспективалы йүнәлештәрҙең береһе. Ит аҙығы ҡулланыусылар баҙарында яҡшы һорау менән файҙалана.

Иҫке Бикмәт ауылы эргәһендә 9,6 мең баш малға иҫәпләнгән Buray beef малсылыҡ комплексын төҙөү 2019 йылда башланған булған. Бөгөнгө көндә проектҡа 150 миллион һум һалынған, ике мең башҡа иҫәпләнгән 4 аҙыҡ араны, гараж, 5 иген келәте төҙөлгән, баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн техника һатып алынған.

Бынан тыш, 25 эш урыны булдырылған. Предприятиела бөгөн 1200 баш эре мал иҫәпләнә. Бында йылына 1,8 мең тонна ит етештереү планлаштырыла. Яңы мал һуйыу цехында мал һуйыу һәм ит турамаларын һаҡлау өсөн кәрәкле бүлмәләр ҡаралған. Итте һыуытыу, туңдырыу өсөн камералар ҙа бар, күтәреү механизмы ҡуйылған.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/20044/

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: