Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2023, 10:45

Башҡортостан халҡы Марсты Ай янында күрә аласаҡ

30 һәм 31 ғинуарҙа Марс Ай янында күренәсәк, тип хәбәр итә Өфө планетарийы.

Башҡортостан халҡы Марсты Ай янында күрә аласаҡ
Башҡортостан халҡы Марсты Ай янында күрә аласаҡ

Ҡыҙыл планета 8 декабрҙә ҡояш менән ҡара-ҡаршы тороштан үтеп, көндән-көн Ерҙән алыҫлаша һәм сағыуыраҡ була бара, тип билдәләнә. Әммә Марс ҡышҡы күктең иң сағыу йондоҙҙары араһында сағыуыраҡ күренә, улар араһында ул һары төҫтәр менән айырылып тора.

 

Ай, күк йөҙөнән шәп йөрөп, 30 ғинуарҙа Марстың уң яғында буласаҡ, ә 31 ғинуарҙа ул Марстың һул яғында ла буласаҡ. Улар төньяҡ-көнбайышта офоҡ артына инеп, иртәнге сәғәт алтыға тиклем асыҡ күренәсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: