Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2023, 21:00

Алтын хәреф менән яҙырҙар.

Халыҡ һөйөүенән юғарыраҡБаһа юҡтыр оло шәхескә.Үҙ кешебеҙ, тиеп яраталар,Ҡул ҡыҫыуы ябай, халыҡса.Атайыбыҙ, тиҙәр урта йәштәр,Олатай ул, тиҙәр балалар.Ил ағаһы, арҡа терәр кеше,Аҡһаҡал ул, тиҙәр ололар.Хәстәрлекле хужа ҡулы менәнКүркәмләнде тыуған еребеҙ.Тиңдәр араһында тиңдәр инек,Үтә ине әйткән һүҙебеҙ.Хәтерҙәрҙә йәшәр Ил ағаһы,Моңло бер йыр булып өҙөлмәҫ.Сикһеҙ рәхмәт хисе күңелдәрҙә,Йылдар үтер, һис тә һүрелмәҫ.Башҡортом тип янған уҙамандар,Мортазалай улдар тыуырҙар.Илем тормошоноң аҡ биттәренАлтын хәреф менән яҙырҙар.Рәмзиә Монасипова

Алтын хәреф менән яҙырҙар.
Алтын хәреф менән яҙырҙар.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: