Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар , 14:00

Янғын ике кешенең ғүмерен ҡыйған...

Кисә 11:20 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Дүртөйлө районының Исмаил ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.

Янғын ике кешенең ғүмерен ҡыйған...
Янғын ике кешенең ғүмерен ҡыйған...

Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр, шул иҫәптән Исмаил ирекле янғын һүндереү командаһы ла ебәрелгән. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә ике ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә ут сығыуы асыҡланған. Уттан 15 кв.м. майҙанда йорт мөлкәте зыян күргән.

Янғынды һүндереү барышында 1962 йылғы ирҙең һәм 1963 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табылған. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсеһе эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в