Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 22:39

Вәсилә Фәттәхова үҙе берәү ине....

2016 йылдың 26 ғинуарында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны...  Ҡабатланмаҫ моңло тауышы менән һәр кемде арбаған йырсы яҡты йондоҙ кеүек балҡып, меңдәрсә кешенең күңелен яҡтыртты ла, китеп барҙы. Ләкин моңо - һаман тере... 

Вәсилә Фәттәхова үҙе берәү ине....
Вәсилә Фәттәхова үҙе берәү ине....

Вәсилә Разиф ҡыҙы Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районындағы Ботай ауылында тыуған. Милләте - башҡорт. Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хор бүлеген тамамлай.

1999 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға инә. Октябрь айында йырсы Айҙар Ғәлимов төркөмө менән бэквокал башҡарыусыһы булып гастролгә китә.

Татар телендә башҡарған «Тыуған яҡ» хиты буйынса киң билдәле, был йыр Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса, шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара билдәлелек ала бара. Йырҙың күп өлөшөндә тик Вәсиләнең тауышы һәм һуҡма музыка ҡоралдары яңғырай, был уның йырын, татар эстрадаһының һәр ваҡыт тиерлек баян тауышы яңғыраған төп йырҙарынан айырып тора. Был йыр «Гәлсәр һандуғас» эстрада йыры фестиваленең «Интернациональ йыр» номинацияһында иң яҡшы тип таныла, шулай уҡ 2008 йылда йыл һайын үткәрелгән «Татар йыры» халыҡ-ара татар йыры фестивалендә «10-йыллыҡтың иң яҡшы хиты» номинацияһында лауреат була. Башҡорт телдәрендә халыҡ һәм эстрада йырҙарын профессиональ башҡарыусыларҙың «Башҡорт йыры» («Башкирская песня») телевизион конкурсында ҡатнаша.

Башҡа билдәле йырҙары — «Әйтелмәгән мөхәббәтем»(2002, «Невысказанная любовь», шул иҫәптән Айҙар Ғәлимов менән дуэтта йырлаған башҡорт телендәге вариантын да индереп), «Яңғыҙ миләш», «Атайым», «Алмағас сәскәһе», «Шахтер йыры». Йырсы йыл һайын «Һәр яҙ» тип аталған гастроль туры үткәрә.

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A4%D3%99%D1%82%D1%82%D3%99%D1%85%D0%BE%D0%B2%D0%B0_%D0%92%D3%99%D1%81%D0%B8%D0%BB%D3%99_%D0%A0%D0%B0%D0%B7%D0%B8%D1%84_%D2%A1%D1%8B%D2%99%D1%8B

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: