Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 09:07

"Урарту"ҙа эш гөрләй

Был ауыл хужалығы кооперативында 61 ҡатнашыусы. Улар фермер эшмәкәрлеге алып бара. Төп йүнәлеше: һөт эшкәртеү, етештереү. "Урарту" һөттө Мәсетле, Балаҡатай райондарында йыя.

"Урарту"ҙа эш гөрләй
"Урарту"ҙа эш гөрләй
2018 йылда ауыл хужалығы кооперативы матди-техник базаны үҫтереү программаһы буйынса 28,2 миллион һум күләмендә грант отҡан, ул өҫтәмә техника һәм ҡорамалдар һатып алыу, әҙер продукция күләмен арттырыу мөмкинлеге биргән. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 46 миллион һум тәшкил иткән, шуның 18 миллионын кооператив ағзалары үҙҙәренең һәм заем аҡсаһы иҫәбенә һалған.
- Грант аҡсаһына һөт ташыу һәм автофургон-рефрижератор, махсус автотранспорт, 3, 5 һәм 8 тонна һөткә һөт һыуытҡыс, заманса һөт эшкәртеү һәм сыр эшләү ҡорамалдары, әсегән һөт ризыҡтарын ҡойоу линиялары һатып алдыҡ, төп етештереү цехына төкәтмә төҙөнөк, төрлө температура режимы булған 2 һыуытҡыс камераһын йыһазландырҙыҡ, - ти кооператив етәксеһе Гагик Аветян. - Бынан тыш, ҙур популярлыҡ яулаған «Айран» һәм «Таң» кеүек һөтлө эсемлектәр, ҡаты сырҙар етештерә башланыҡ. Әлеге ваҡытта пружиналар майҙанын тәрән модернизациялауҙы тамамлайбыҙ
 
Бөгөн республикала 400 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән. Уларҙың 107-һе һөт һатыу, эшкәртеү менән шөғөлләнә.
 
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығынан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: