+14 °С
Болотло
Ваҡиға урынына ирекле янғын һүндереүселәр, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре, янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп еткән. Ут мунсаны тулыһынса ялмап алған була.
Утты һүндереү барышында 1956 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған, табиптар уның үлемен раҫлаған.
Ул ирҙең участкала йорт төҙөгәне билдәле. Ваҡытлыса мунсала йәшәп торған.
Янғын сәбәбе асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.
Фото: МЧС РБ.