Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 12:15

Табылған "батыр"...

Былтыр декабрҙә Белорет ҡалаһында бер иҫерек ир супермаркетта һөт продукцияһы кәштәһенән эсемлек алып, тәмләп эсә лә, буш һауытты кире ҡуя. Уның янынан үтеп барған 18 йәшлек һатыусы егет тауар өсөн хаҡты кассала түләргә кәрәклеген әйтә. Эскән әҙәм кеше ыңғайына торған, тиһегеҙме? Юҡ шул. Агрессив ир һатыусыға бысаҡ менән янай башлаған!  

Табылған "батыр"...
Табылған "батыр"...

Һатыусы егет келәткә инеп ҡаса, ә "һөтимәр" ир алпан-толпан баҫып сығып китә. Тик бер нисә минуттан ул кире магазинға әйләнеп килергә мәжбүр була, сөнки һаҡлау камераһында әйберҙәрен ҡалдырғанын иҫләй. Тағы ла персонал менән талашып, бысағы менән уңлы-һуллы һелтәнеп, урамға сығып тая. Уны шунда бик ваҡытлы килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре тота ла инде.

1996 йылғы "батыр" иргә ҡарата енәйәт эше асылған.

- Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү һуңғы этапта бара һәм прокуратураға ғәйепләү актын раҫлау өсөн әҙерләнә, - тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенән тәүтикшереүсе Рания Кучукова.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: