Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 11:01

Сир әкренләп сигенә башланы

Башҡортостанда тәүлек эсендә тағы 75 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. 

Сир әкренләп сигенә башланы
Сир әкренләп сигенә башланы

   Әлеге ваҡытта 151 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала, шуларҙың 9-ы – ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.

 1180 кеше амбулатор шарттарҙа дауаланыу курсы үтә, шуларҙың 354-е 60 йәштән ололар.   

Тәүлек эсендә 31 кешенең был сирҙән һауығыуы теркәлгән.  Бәхеткә күрә, был тәүлектә үлем осрағы теркәлмәгән.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: