Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Января 2023, 07:12

Сәйғәфәрҙәр ҙә изге башланғысҡа ҡушылды

Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Сәйғәфәрҙәр ҙә изге башланғысҡа ҡушылдыСәйғәфәрҙәр ҙә изге башланғысҡа ҡушылды
Сәйғәфәрҙәр ҙә изге башланғысҡа ҡушылды

  Ошо көндәрҙә улар бергәләп йыйылып, маскировкалау селтәре үргәндәр.

– Бөгөн клубта ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары менән, ил ҡайғыһын-иң менән күтәрәбеҙ тип, берҙәм генә егеттәребеҙгә маскировкалау селтәренең берәүһен бәйләп тә ҡуйҙыҡ. Был эшкә ихлас ҡушылған  ауылыбыҙҙың битараф булмаған уңған ҡатын-ҡыҙҙарына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Доньялар именлеге, тыныслығы булһын, егеттәребеҙ имен һау, теүәллектә ҡайтһындар. Ептәр бәйләгәндә изге теләктәрен теләп бәйләнеләр. Нурзилә апай епкә доға ла яҙып алып килеп бәйләне. Бергә булайыҡ-берҙәм булайыҡтар, – ти улар.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас