Хәҙер мәғлүмәтте эш биреүсе генә түгел, хеҙмәткәр үҙе лә индерә ала. Ғариза биреү һәм уның хәрәкәт итеү алгоритмы:
— 23 ғинуарҙан 6 февралгә тиклем хеҙмәткәр Дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза бирергә тейеш https://www.gosuslugi.ru/armydelay
— Эш биреүсе ғаризаны порталда үҙенең шәхси кабинетында күрә ала. Әгәр хеҙмәткәрҙең Дәүләт хеҙмәттәрендә иҫәпкә алыу яҙмаһы юҡ йәки ул шәхси мәғлүмәт ебәрмәгән икән, ойошма быны үҙе эшләй ала.
— 9 февралгә тиклем компания хеҙмәткәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тикшерергә, уларҙы раҫларға һәм исемлектәрҙе Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң күләм коммуникациялар министрлығына ебәрергә тейеш. Бер ойошманан бер нисә исемлек булыуы ихтимал.
— 1 мартҡа тиклем министрлыҡ исемлектәрҙе Рәсәй Оборона министрлығына тапшыра. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем саҡырыу комиссияһы хеҙмәтте кисектереү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Белгестәр түбәндәге критерийҙарға яуап бирергә тейеш:
— Рәсәй гражданы
— йәше 18 йәштән 27 йәшкә тиклем
— хеҙмәт килешеүе буйынса эшләү
— тулы мәшғүллек
— кисектереү бирелергә тейешле һөнәр буйынса юғары белем
— аккредитация үткән ИТ-компанияла 2022 йылдың 1 апреленән 2023 йылдың 31 мартына тиклем кәмендә 11 ай эшләү
Компания 2023 йылдың 9 февраленә тиклем аккредитация үткән булырға тейеш. Әгәр хеҙмәткәрҙең стажы 11 айҙан кәм булһа, эш биреүсе хеҙмәткәренең уҡыуҙы тамамлағандан һуң бер йыл эсендә эшкә урынлашыуына инанырға тейеш.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан