Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 22:03

Радий Хәбиров парламент ултырышында ҡатнашты

Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 50-се ултырышы үтте. Унда мөһим мәсьәләләр, проекттар ҡаралды.

Радий Хәбиров парламент ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров парламент ултырышында ҡатнашты

Алтынсы саҡырылыш Ҡоролтайҙың әлеге ултырышында СВО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә 30 ярҙам сараһы тикшерелде. Айырыуса балалар һәм үҫмерҙәр иғтибар уртаһында.

Вице-премьер - финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, яңы йыл башына 2,8 мең бала балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 2,2 мең уҡыусы һәм 500 колледж студенты бушлай йылы аш менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ уҡыусылар һәм 23 йәшкә тиклемге студенттар йәмәғәт транспортында ла буш йөрөү хоҡуғына эйә..

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары медицина ярҙамы ла ала. 8000 тирәһе кеше ТКО буйынса түләүҙән азат ителгән.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: